8 декабрь, Кесе йома

27 сентябрь 2011 йыл, 11:45

Октябрҙә Өфөлә Auchan гипермаркеты асыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

4 октябрҙә Өфөлә «АШАН» (Auchan) гипермаркетын асыу тантанаһы планлаштырыла. Магазин «Башҡортостан сәскәләре» совхозы, Рубежная, 174 урамы адресы буйынса урынлашҡан.

Яңы гипермаркеттың сауҙа майҙаны – 13000 квадрат метр. Магазин командаһында — 445 хеҙмәткәр. Һатып алыусыларҙы хеҙмәтләндереү өсөн 44 касса ҡаралған.

«АШАН-Өфө» һатып алыусыларға 46000 төр тауар тәҡдим итәсәк. Урындағы етештереүселәр продукцияһына, шул иҫәптән «хәләл» маркаһы аҫтындағы продукттарға айырыуса иғтибар йүнәлтелгән. Бөгөнгө көнгә 70-тән ашыу тауар менән тәьмин итеүсе менән килешеү төҙөлгән.

Өфөләге «АШАН» Рәсәй биләмәһендә был селтәрҙең 45-се гипермаркеты буласаҡ. Компанияның матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, «АШАН» дирекцияһы өсөн Башҡортостан Республикаһы кеүек төбәктә булыу үтә мөһим. Һуңғы йылдарҙа республиканың социаль һәм иҡтисади үҫеш темптары бизнесты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар һәм ҙур перспективалар булдыра.

Шулай уҡ «АШАН-Өфө» гипермаркетының «Метро», «ИКЕА», «Леруа Мерлен», «Касторама» кеүек популяр сауҙа комплекстары эргәһендә булыуын да билдәләп үтергә кәрәк.

темалар: сауҙа