6 декабрь, Шишәмбе

27 сентябрь 2011 йыл, 11:09

Республика райондарында ололар – иғтибар үҙәгендә

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан райондарында ололар – иғтибар үҙәгендә. Шулай итеп, Хәйбулла районында ошо көндәрҙә йола буйынса «Мәрхәмәтлек айлығы» үтә. Программаға нигеҙҙә Ололар көнөнә арналған саралар ингән. Бөгөн 110-сы һөнәрселек училищеһы үҙҙәренең пенсионерҙарын һәм нвалидтарын тәүгеләрҙән булып ҡунаҡҡа саҡырған. Сәй эсеп алғандан һуң, уҡыу йорто студенттары концерт күрһәткән. Үҙ хужалыҡтары булған оло йәштәгеләр өсөн етәкселек тарафынан да бүләк әҙерләнгән ине – бер центнер бойҙай.

Бер ай дауамында райондың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге һәм Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге оло йәштәгеләрҙең торлаҡ-көнкүреш шарттарын тикшереү буйынса әүҙем эш алып бара, һөҙөмтәләр буйынса ололарға тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Мәғариф учреждениеларының шефлыҡ командалары яңғыҙ йәшәгән ололарға хужалыҡ буйынса ярҙам итә.

Айлыҡ сиктәрендә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы 27 сентябрҙә уҡытыусылар – педагогик хеҙмәт ветерандары өсөн экскурсия ойошторасаҡ. Пенсионерҙар Бүребай, Йәнтеш ауылдарының яңы мәктәптәре менән танышасаҡ, капиталь ремонт эшләнгән Аҡъяр ауылы мәктәбен күрәсәк. Ойоштороусылар кисәге уҡытыусыларға яңы уҡытыу мөмкинлектәрен дә күрһәтәсәк.

Шулай уҡ ошо көндәрҙә районда «Халыҡ университеты» республика программаһы проектын тормошҡа ашыра башлау планлаштырыла. 110-сы һөнәрселек училищеһы һәм Бүребай ауылы мәктәбе нигеҙендә оло йәштәгеләр компьютерҙа эшләргә өйрәнәсәк һәм физик культура менән шөғөлләнәсәк.

«Мәрхәмәтлек айлығы» акцияһы 20 октябргә тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.