3 декабрь, Шәмбе

27 сентябрь 2011 йыл, 10:09

Беҙҙең импровизаторҙар Ҡаҙағстандағы фольклор фестивалендә уңышлы сығыш яһаны

автор: Әлим Фәйезов

Ҡаҙағстан Респубикаһының Ҡыҙыл Орда ҡалаһында ТӨРКСОЙ ярҙамында «Деде-Ҡорҡот һәм Бөйө дала моңо» халыҡ-ара фольклор фестивале үтте, унда  Сибай Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең фольклор буйынса белгесе Асия Ғәйнуллина һәм үҙешмәкәр артист Баязит Ғәйнуллин ҡатнашты. Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ «Төрки халыҡтарының традицион музыкаһы: хәҙерге торошо һәм киләсәге» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы ла үткәрелде. Конференцияның пленар ултырышында Асия Ғәйнуллина «Өзләү сәнғәте йәки башҡорттар көнкүрешендә өзләү» доклады менән сығыш яһаны. Фестиваль дауамында Башҡортостандан килгән импровизаторҙар «Урал батыр», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға»,«Ҡуңыр Буға» һәм «Алпамыша» эпостарынан өҙөктәр башҡарҙы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итте.