4 декабрь, Йәкшәмбе

27 сентябрь 2011 йыл, 9:03

Өфө йәрминкәләрендә 1500 тоннаға яҡын картуф һатылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда ял көндәрендә үткән йәрминкәләрҙә 1458 тоннанан ашыу картуф, 956 тонна йәшелсә, шул иҫәптән 125 тонна кишер, 182 тонна кәбеҫтә, 78 тонна сөгөлдөр, 570 тонна һуған, 217 тонна ит, 90 тонна бал һатылған. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ауыл эшсәндәре республиканың 15 ҡалаһының һәм биш район үҙәгенең майҙандарында сауҙа итеүҙе ойошторған. Бында киң ассортиментта үҙҙәре етештергән ит һәм һөт продукцияһы, он, ярма һәм кондитер изделиелары, йәшелсәләр, картуф, бал, үҫентеләр тәҡдим ителгән.

Һатылған продукция күләменең 70 проценттан ашыуы Өфө йәрминкәләренә тура килгән. Баш ҡаланың 16 майҙанында 46 муниципаль райондан килгән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре сауҙа алып барған. Унан алдағы ял көндәре менән сағыштырғанда хаҡтарҙың кәмеүе күҙәтелгән. Мәҫәлән, картуф 2 һумға арзанайып, уның бер килограмы 8-12 һумға һатылған, кәбеҫтә хаҡы 4 һумға төшкән (6-10 һум), бал – 50 һумға (280 һумдан башлап).