Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Республикаға 2012 йылда үтәсәк йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатының флагын алып ҡайттылар

Йәмғиәт

Чехиянан Башҡортостанға 2012 йылғы йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатының флагын алып ҡайттылар. Халыҡ-ара биатлонсылар союзы киләһе чемпионатты 2012 йылдың август-сентябрендә Өфөлә үткәрергә ҡарар итте.

Быйылғы донъя чемпионаты донъяның 25 иленән спортсыларҙы йәлеп итте, улар спринтта, пасьютта һәм эстафета уҙыштарында ярышты. Башҡортостан Республикаһы данын уҙыштарҙа ике спортсы — Николай Якушев һәм Татьяна Казакова яҡланы.

Чехия Республикаһының Нове-Място ҡалаһында үткән йәйге биатлон буйынса сираттағы донъя чемпионатына йомғаҡ яһағандан һуң биатлон буйынса донъя чемпионаты флагын 2012 йылғы киләһе чемпионат хужаларына – Башҡортостан Республикаһына тапшырыу тантанаһы үтте. Флагты республикаға БР Хөкүмәте вице-премьеры Зөһрә Рәхмәтуллина алып ҡайтты, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть