10 декабрь, Шәмбе

26 сентябрь 2011 йыл, 17:06

Почта хеҙмәткәрҙәре «Изге ҡулдарҙан һөйөү менән» хәйриә акцияһын иғлан итте

автор: Любовь Колоколова

1 октябрҙә билдәләнгән Ололар көнө сиктәрендә «Рәсәй почтаһы»ның Башҡортостан филиалы хакимиәте «Изге ҡулдарҙан һөйөү менән» хәйриә акцияһын үткәреү хаҡында иғлан итте.

Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, акция 1-31 октябрҙә үтәсәк. Бер ай дауамында барлыҡ предприятие һәм ойошма етәкселәре пенсионерҙар өсөн генә түгел, инвалид балалар һәм балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр өсөн дә льготалы яҙылыу ойоштора ала.

Бындай акциялар матур йолаға әүерелгән. Әлеге башланғыс менән сығыш яһап, почта хеҙмәткәрҙәре барыһына ла оло йәштәгеләрҙе хәстәрләү өлгөһөн күрһәтә. Республика Федераль почта элемтәһе идаралығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең ветерандары –элемтәселәрен һәм пенсионерҙарын һәр саҡ иҫләй. Улар өсөн йыш ҡына осрашыуҙар, байрамдар ойошторалар, элекке хеҙмәткәрҙәрен иҫтәлекле көндәр менән ҡотлайҙар, яратҡан баҫмаларына яҙылырға ярҙам итәләр.

Быйылғы Ололар көнө лә ситтә ҡалмаясаҡ. Ваҡытлы баҫма матбуғатына яҙылыу оло йәштәгеләргә барлыҡ яңылыҡтар хаҡында хәбәрҙар булып тороу мөмкинлеген бирәсәк. Улар өсөн был яҡшы бүләк тә буласаҡ.