Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүплектәрҙе асыҡлау буйынса тикшереүҙәр алып барыла

Иҡтисад

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығы республика биләмәһендәге санкцияланмаған сүплектәрҙе асыҡлау һәм бөтөрөү буйынса рейд тикшереүҙәрен дауам итә. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре менән Шишмә районының Алкин ауылы советы биләмәһендә үткәрелгән һуңғы тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә бер юлы бер нисә сүплек табылған, уларҙың дөйөм майҙаны ярты гектарға тиерлек етә. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың барыһы ла баҡсасылыҡ ширҡәттәре янында, шулай уҡ Пионерская станцияһынан алыҫ түгел тимер юл буйында урынлашҡан.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, асыҡланған сүплектәр тураһындағы материалдар тейешле саралар күреү өсөн БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ебәрелгән. Шулай уҡ Алкин ауыл советы биләмәһендә үткәрелгән рейд һөҙөмтәләре тураһындағы мәғлүмәт республиканың Шишмә районы прокуратураһына ла йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть