Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә рәссамдар СССР-ҙы һағынып иҫкә ала

Йәмғиәт

Бөгөн 19 сәғәттә Наил Лотфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейында «СССР: киләсәк хаҡында хәтирәләр» күргәҙмәһе асыласаҡ. Экспозиция күп төрлө техникала башҡарылған төрлө стилдәге эштәрҙән ғибәрәт.

— Күргәҙмәлә күп рәссамдар ҡатнаша, улар өсөн СССР темаһы айырым бер мәғәнәгә эйә, — тине проект кураторы Александр Спиридонов. – Үткәндәрҙә ҡалған идеология элементтарын үҙ эштәрендә сағылдырып, автор был темаға тәнҡит күҙлегенән ҡараймы, әллә, киреһенсә, хуплаймы – был беҙҙең өсөн мөһим түгел.

Күргәҙмә Заманса сәнғәт музейына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе, «Сыңғыҙхан» рәссамдар төркөмө лидерының тыуған көнөнә ҡарата асыла. Дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре күренекле башҡорт авангардсыһы Вәсил Ханнановты 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть