5 декабрь, Дүшәмбе

26 сентябрь 2011 йыл, 15:54

Лифтсылар үҙ проблемалары хаҡында һөйләйәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Волга буйы федераль округы журналистары «Вертикаль» конкурсында ҡатнашыуға саҡырыла. Тармаҡ мәсьәләләрен һәм ҡаҙаныштарын асыҡлау маҡсатында ижади ярышты үҙен үҙе көйләүсе лифт ойошмаларының Милли союзы үткәрә.

Жюри хөкөмөнә әлеге йылдың 1 сентябренән алып 2012 йылдың 1 мартына тиклем сыҡҡан материалдар ҡабул ителә. 2012 йылдың апрелендә Мәскәүҙә үтәсәк үҙен үҙе көйләүсе лифт ойошмалары Милли союзының II съезы эше барышында конкурсҡа йомғаҡтар яһаласаҡ. Иң яҡшы эштәр авторҙары аҡсалата премиялар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк.

Башҡортостан Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы урындағы киң мәғлүмәт сараларын конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡыра.