3 декабрь, Шәмбе

26 сентябрь 2011 йыл, 15:26

Һыу, ут, газ һәм йылыны тотҡарлаған өсөн урындағы властар идарасы компанияларҙың эшен туҡтата ала

автор: Ғәлиә Нәбиева

Урындағы властар һыу, ут, йылы һәм газды 72 сәғәттән күберәк ваҡытҡа тотҡарлаған идарасы компанияларҙың эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтата аласаҡ. «Российская газета» мәғлүмәтенә ярашлы, Төбәктәр үҫеше министрлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән идара итеү өлкәһендәге яңылыҡтарға ҡағылышлы ошо һәм башҡа тәҡдимдәре йәмәғәт тыңлауҙары өсөн РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы менән баҫтырылған закон проектында күрһәтелгән. Штраф һалынған компаниялар урынына ышаныс ҡағыҙы буйынса идара итеүселәр киләсәк.

Компанияның эшмәкәрлеген туҡтатыу срогы эштәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә талап ителгән ваҡыттан артмаясаҡ. Ул йәнә бер йылдан ашыуыраҡҡа һуҙылырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта яңы идарасы түләү буйынса бурыстары булмаған граждандарға хеҙмәттәр күрһәтеүҙе гарантиялаясаҡ идара итеүҙе тәьмин итергә бурыслы. Шулай уҡ өс көн дауамында ул төбәк властарына предприятие менән идара итеү планын тәҡдим итергә, артабан был планды үтәү буйынса аҙна һайын иҫәп-хисап бирергә тейеш.