Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

1 октябрҙә Спорт һарайы алдында үтәсәк ауыл хужалығы йәрминкәһендә башҡорт милли ризыҡтары тәҡдим ителәсәк

Иҡтисад

Шәмбе, 1 октябрҙә, Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларында етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы һәм халыҡ ҡулланылышындағы тауарҙар йәрминкәһе үтәсәк. Сара Республика көнөнә арналасаҡ.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, йәрминкә башҡорт милли стилендә үткәреләсәк. Ҡунаҡтар өсөн мәктәп уҡыусылары художестволы үҙешмәкәрлек концерты күрһәтәсәк. Быйыл һөнәри кулинария училищелары инициативаһы буйынса башҡорт милли ризыҡтарын популярлаштырыу маҡсатында йәрминкәлә бауырһаҡ әҙерләнәсәк. Сараның социаль партнерҙары конкурстар үткәрәсәк, йәрминкәгә килеүселәрҙең тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыласаҡ.

Йәрминкә10-дан 16 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть