8 декабрь, Кесе йома

26 сентябрь 2011 йыл, 14:39

Төркиәнең Тарсус ҡалаһында Туҡай бульвары асылды

автор: Әлим Фәйезов

Төркиәнең Тарсус ҡалаһында Ғабдулла Туҡай бульварын асыу тантанаһы булды, унда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов һәм Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Лилиә Саттарова ҡатнашты.

Ғабдулла Туҡай – башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың яратҡан шағиры. Уның әсәһе яғынан Зиннәтулла ҡартатаһы үҙ заманының билдәле шағиры булған.

Билдәле булыуынса, былтыр был ҡалала ТӨРКСОЙ инициативаһы буйынса башҡорт ғалим-шәрҡиәтсеһе Әхмәтзәки Вәлиди Туған исемендәге урам да асылған ине.

Сара «Шарлауыҡ янында» халыҡ-ара поэзия кистәре сиктәрендә үткәрелде. Быйыл был байрамда Башҡортостандан сығыусы педагогия фәндәре докторы, Абай исемендәге Ҡаҙаҡ милли педагогия университетының педагогия кафедраһы профессоры, шағир, ете китап авторы Гриф Хәйруллин ҡатнашты.

Поэзия кистәре барышында шулай уҡ Тарсус ҡалаһы менән Ҡырғыҙ Республикаһының Джелалабад ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында протоколға ҡул ҡуйылды, ошо ваҡиға айҡанлы Джелалабад урамын асыу тантанаһы ла булды.

темалар: хәтер, туҡай