9 декабрь, Йома

26 сентябрь 2011 йыл, 14:13

Башҡортостан делегацияһы ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәре мәҙәниәт министрҙарының даими советы ултырышында ҡатнашты

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Камила Дәүләтова етәкселегендәге республиканың рәсми делегацияһы ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәре мәҙәниәт министрҙарының даими советы ултырышында ҡатнашты.

Совет ТӨРКСОЙ ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеиновтың эшмәкәрлеге тураһындағы отчетты тыңланы һәм раҫланы. Ойошма секретарының мөҙҙәте тамамланыуына бәйле ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары ҡайтанан һайланды. Дюсен Касеиновтың мөҙҙәте оҙайтылып, ул 2011-2014 йылдарға яңынан ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары итеп һайланды.  Ойошманың ваҡытлыса координаторы итеп Төркиә Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министры Эртугрул Гюнай һайланды.

Билдәле Рәсәй төркиәтсеһе, тәүге хакас профессоры Николай Катановтың тыуыуына 150 йыл тулыуы айҡанлы, Совет 2012 йылды Николай Федорович Катанов йылы тип иғлан итеү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Делегация башлыҡтары сәнғәт күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты, уның дауамында башҡорт рәссамы Земфира Ғәлимованы сәнғәт үҫешенә индергән өлөшө өсөн ТӨРКСОЙ премияһы менән наградлау тантанаһы үтте. Премия лауреаты исеменә ул 2010 йылда Истанбулда үткән һәм билдәле төрөк рәссамы Осман Хәмди Бей иҫтәлегенә арналған рәссамдарҙың халыҡ-ара ижади лабораторияһы һөҙөмтәләре буйынса лайыҡ булғайны. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Мәҙәниәт министры вәкиле хәбәр итте.

темалар: төрксой