Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Дөйөм ҡала өмәһе Өфөлә 120 мең кешене йыйҙы

Иҡтисад

24 сентябрҙә үткән дөйөм ҡала өмәһендә Өфөлә 120 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына дүрт мең кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарып түгелде.

— Был көндө сүп-сарҙан таҙартылған урам-юл селтәрҙәренең майҙаны — туғыҙ миллион квадрат метр самаһын, урман парктары һәм скверҙарҙыҡы 1 миллион 300 мең «квадратты» тәшкил итте. Бынан тыш, дөйөм ҡала өмәһендә ҡатнашыусылар 10 миллион квадрат метр самаһы майҙанда кварталдар араһы территорияларын, өс меңдән ашыу квартал араһы юлдарын һәм тротуарҙарҙы сүп-сарҙан таҙаланы, дүрт мең погон метрҙан ашыу ҡойманы һәм мең «квадраттан» ашыу фасадтарҙы ремонтланы. Ошо уҡ көндө республиканың баш ҡалаһында өс меңләп ҡыуаҡ һәм ағастар ултыртылды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының производсто-техник бүлеге баш белгесе Игорь Аристов.

Бынан бер көн алда, шулай уҡ биләмәләрҙе таҙалау һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә үткән санитар йомала, 43 меңгә яҡын өфөлө ҡатнашҡан. 550-нән ашыу махсус техника берәмеге файҙаланылған. Ике мең кубометрҙан ашыу сүп-сар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына оҙатылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть