4 декабрь, Йәкшәмбе

26 сентябрь 2011 йыл, 11:48

Рөстәм Хәмитов Благовещен арматура заводы эше менән танышты

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Благовещен арматура заводында булды һәм быйыл үҙенең 255 йыллығын билдәләгән торба үткәргестәр арматураһы етештереү буйынса Рәсәйҙәге эре предприятие эше менән танышты.

Бөгөн Благовещенда заводҡа нигеҙ һалыусы һәм уны төҙөүсе Матвей Мясниковҡа һәйкәл асыу тантанаһы булды. Сарала завод хеҙмәткәрҙәре алдында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов былай тине:

— Благовещен беҙҙең республика тарихында мөһим роль уйнай. Халыҡ араһында «Благзавод» тип йөрөтөлгән завод Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш халыҡтары өсөн электән үк мөһим һәм файҙалы булған. Кешеләр һәр саҡ бынан металдан эшләнгән төрлө изделиелар һатып алған. Уларһыҙ һөй һалып та, хужалыҡ тотоп та булмай. Инструменттар һатып алған, минең ата-бабаларым да 100-150 йыл элек был заводҡа килеп, буш ҡул менән ҡайтып китмәгән.

Благовещен заводының үҫеше, модернизацияланыуы, киләсәккә пландар төҙөүе бик ҡыуандыра. Эш хаҡы йәһәтенән дә, заводта яңы производстволар булдырыуҙа ла йылдамлыҡ тойола.

Дөйөм алғанда, Благовещенды үҫтерергә теләр инек. Эш урындары етмәү менән бәйле мәсьәләләрҙе нисек тә хәл итеү маҡсатында беҙ бында бер нисә производство булдырырға планлаштырабыҙ. Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү, Благовещенда яңы микрорайон төҙөү мәсьәләләре өҫтөндә уйлайбыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, яҡшы пландар бар. Алға китеш мотлаҡ буласаҡ.

Моғайын республика был йәһәттән ярҙам итер, юлдар төҙөүҙә лә, һыу, электр энергияһы үткәреүҙә лә ярҙам ҡулы һуҙыр, тип уйлайым.

Бөгөн ҡалаға һәм заводҡа нигеҙ һалыусы Матвей Мясниковҡа һәйкәл асып, ҡасандыр дөрөҫ сәнәғәт сәйәсәтен алып барған, ваҡыт үтеү менән эре производстволарға әйләнгән оҫтаханалар, беренсе цехтар булдырған кешеләргә хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Заводҡа 255 йыл тулыу айҡанлы һеҙҙе ҡотлайым, изгелек һәм именлек теләйем.

Матвей Мясниковҡа һәйкәл асыу тантанаһынан һуң, Рөстәм Хәмитов заводҡа юлланды, уның хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, ҡорос ҡойоу, тимерлек-пресс, механика-йыйыу цехтарында булды. Бында уға предприятие һатып алған яңы ҡорамал мөмкинлектәрен күрһәттеләр. Заводтың генераль директоры Олег Зарипов һүҙҙәре буйынса, предприятиеның механика-йыйыу цехтарының береһендә нанотехнологиялар ҙа ҡулланыла, шуға күрә изделиелар сифатлыраҡ һәм нығыраҡ килеп сыға.

Бөгөнгө көндә предприятиела яҡынса 2400 кеше эшләй. Һуңғы биш йыл эсендә Благовещен арматура заводына һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме бер миллиард һум тәшкил иткән. Быйыл «Благовещен арматура заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә инвестициялар күләме йәнә 300 миллион һум тәшкил итәсәк. Етештереү ҡеүәтен арттырыу һәм яңы һатыу баҙарҙарына ҙур ассортимент менән сығыу иҫәбенә предприятиеның керем күләме йыл аҙағына өс миллиард һум тәшкил итергә тейеш.