4 декабрь, Йәкшәмбе

26 сентябрь 2011 йыл, 10:41

Өфөлә 50-нән ашыу торлаҡ йорт һәм комплекстар төҙөлә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Әлеге ваҡытта яңы төҙөлөүсе торлаҡ баҙарында Өфөлә йәмғеһе 885 фатир тәҡдим ителә.  Квадрат метрҙың уртаса хаҡы ҡала буйынса 39,4 мең һумға тиң. Был хаҡта «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәренән хәбәр иттеләр.

Өфөлә әле 50-нән ашыу торлаҡ йорт һәм торлаҡ комплексы төҙөлә. Төҙөлөүсе йорттарҙан һатыуға тәҡдим ителгән фатирҙарҙың дөйөм күләме – алты мең самаһы йәки 372 мең кв.м.

420 мең фатир иҫәпләнгән икенсел торлаҡ баҙарына ҡарата был 1,4 процентҡа тиң.

Аналитиктар билдәләүенсә, һатып алыусыларҙың күбеһенең яңы йорттарҙа йәшәргә теләүен иҫәпкә алғанда, был тәҡдим Өфө баҙары өсөн бик аҙ.

Һатыуға ҡуйылған торлаҡ фондының дөйөм күләме – 53258 кв.м, әүҙем тәҡдимдәр күләме – 2,2 млрд һум. Өфөлә һатылған фатирҙың уртаса хаҡы 2,2 млн һумға тиң.