3 декабрь, Шәмбе

26 сентябрь 2011 йыл, 10:25

Башҡортостан вәкилдәре Төркиәлә халыҡ-ара Хазар поэзияһы кисәләрендә ҡатнаша

автор: Әлим Фәйезов

Төркиәлә Төркиә Республикаһының Элязыг өлкәһе хакимиәте менән ойошторолған XIX Халыҡ-ара Хазар поэзияһы кисәләре үтә. «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлиховтың хәбәр итеүенсә, традицион кисәләр быйыл арҙаҡлы төрөк шағиры, Төркиәнең милли гимны авторы Мехмет Акиф Эрсой иҫтәлегенә арналған. Унда Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша. Атап әйткәндә, билдәле башҡорт шағирәһе, тиҫтәләгән китаптар авторы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина төрөк, әзербайжан, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ шағирҙары менән бер рәттән шиғриәт һөйөүселәр алдында үҙенең шиғырҙары менән сығыш яһаясаҡ. Элязыг ҡалаһы янында урынлашҡан йәмле Хазар күленең исеме менән аталған был сара программаһында автографтар көнө, күргәҙмәләр асыу тантаналары, танышыу экскурсиялары һәм концерт та ҡаралған.