6 декабрь, Шишәмбе

26 сентябрь 2011 йыл, 10:25

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының XII съезы һөҙөмтәләре хаҡында

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһының XII съезы һөҙөмтәләренә комментарий бирҙе:

– Владимир Владимирович Путин, әлбиттә, бөгөнгө көндә Рәсәй Федерацияһында иң популяр сәйәсмән булып тора. Был хаҡта күп социологик һорау алыуҙар һәм рейтингылар һөҙөмтәләре һөйләй. Шуға күрә уның кандидатураһын Рәсәйҙең буласаҡ Президенты вазифаһына тәҡдим итеү тәбиғи. Владимир Путиндың Рәсәй өсөн ауыр ваҡытта – 2000 йылдар башында – илдә тәртип һәм тотороҡлоҡ булдыра алыуын барыһы ла хәтерләй. Һәр дәүләт өсөн был төп үҫеш шарты булып тора. Шуның өсөн мин, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы булараҡ, ил Президенты Дмитрий Анатольевич Медведев тәҡдимен хуплайым. Рәсәй Федерацияһы Президенты менән Хөкүмәт рәйесенең бер команда булыуын беҙ беләбеҙ (был хаҡта мин бер тапҡыр ғына әйтмәнем). Шуға күрә курстың эҙмә-эҙлеклелеге күҙлегенән был оптималь буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Владимир Владимирович партия съезында сығыш яһағанында, Рәсәй Федерацияһында үҙгәрештәр кәрәк, тип белдерҙе. Был ил төбәктәренә өҫтәмә хоҡуҡтар биреүгә лә, һалым системаһын камиллаштырыуға ла, идара итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға ла ҡағыла.

Башҡортостан Рсепубликаһы Президентының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса.

***

«Берҙәм Рәсәй» партияһының XII съезы барышында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаларына Рәсәй Президенты вазифаһына РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин кандидатураһын яҡлап сығырға тәҡдим итте. Үҙ сиратында, РФ Хөкүмәте рәйесе Рәсәй Президентына РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа берҙәм рәсәйлеләр исемлеген етәкләргә тәҡдим итте.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы съезы РФ Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы. Кандидаттарҙың федераль исемлегенең төбәк төркөмөнә Башҡортостан Республикаһынан 18 кеше инде. Төркөмдө Рөстәм Хәмитов етәкләй.