Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Павел Качкаев: «Партияның яңы күрһәтмәләре кешеләрҙең яҡшыраҡ йәшәүенә йүнәлтелер, тип ышанам»

Йәмғиәт

— Съездан партия ағзалары өсөн яңы күрһәтмәләр бирелеүен көтәм. Һәм улар халҡыбыҙҙың яҡшыраҡ йәшәүенә йүнәлтелер, тип ышанам, — тип хәбәр итте журналистарға биргән интервьюһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең ХII съезы делегаты, Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев.

Йәнә ете кеше менән ул Башҡортостан исеменән «Халыҡ коррупцияға ҡаршы» секцияһында сығыш яһай.

— Әйтерлек һүҙебеҙ бар, сөнки һорауҙар бик күп. Мәҫәлән, бөгөн беҙҙең илдә муниципаль хеҙмәткәрҙең үҙ-үҙен тотоу этикаһын билдәләгән бер норматив акт та юҡ, — тине Павел Качкаев.

Башҡортостан баш ҡалаһы мэры, әле бер нисә мөһим мәсьәләне хәл итергә кәрәк, тип билдәләне. Атап әйткәндә, табыштар тураһында декларацияны муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең кемеһе бирергә тейеш һәм унда нимәләр күрһәтелергә тейеш.

Дәүләт Думаһына депутат булараҡ үтергә теләр инегеҙме, тигән һорауға Павел Качкаев, был һорауҙы – партия, ахыр сиктә һайлауҙар ваҡытында халыҡ хәл итәсәк, тине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть