10 декабрь, Шәмбе

23 сентябрь 2011 йыл, 17:30

Башҡортостанда Р.Ваһапов исемендәге халыҡ-ара татар йыры фестивале саралары үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Рәшит Ваһапов исемендәге VII Халыҡ-ара татар йыры фестивале саралары Башҡортостанда 26 -30 сентябрҙә үтәсәк. Уларҙы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ошо уҡ исемдәге Татар мәҙәниәте йәмәғәт фонды (Ҡаҙан) һәм Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ойоштора.

«Башинформ» агентлығына ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, Ваһапов фестивале сиктәрендә Башҡортостанда проекттың башҡа лауреаттары ҡатнашлығында Филүс Ҡаһировтың концерттары үтәсәк.

Башҡортостанда тыуып үҫкән йырсы, Октябрьский музыка училищеһының элекке студенты Филус Ҡаһировтың концерттары Дүртөйлө (26 сентябрь), Өфө (27 сентябрь), Туймазы (29 сентябрь) һәм Октябрьский (30 сентябрь) ҡалаларында планлаштырылған.

Шуны ла билдәләп китәйек, Октябрьский музыка училищеһын тамамлағандан һуң Филүс Ҡаһиров Ҡаҙан дәүләт консерваторияһын уңышлы тамамлай, артабан Италияла стажировка үтә. Ул йәш башҡарыусыларҙың «Туған тел» республика татар йыры фестивалендә, Рәшит Ваһапов исемендәге Халыҡ-ара татар йыры фестивалендә Гран-при алған, Татарстандың М.Йәлил исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.