3 декабрь, Шәмбе

23 сентябрь 2011 йыл, 16:55

Рөстәм Хәмитов СИБУР компанияһы етәкселеге менән осрашты

автор: «Башинформ»

23 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «СИБУР Холдинг» компанияһының директорҙар советы рәйесе Леонид Михельсон һәм «СИБУР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дмитрий Конов менән осрашты. Осрашыу барышында республика Хөкүмәте һәм «СИБУР» араһында социаль-иҡтисади өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «СИБУР Холдинг» менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү республика өсөн бөгөнгө ғәмәли эшмәкәрлектә ҙур әһәмиәткә эйә, тине.

— Беҙ республикаға эре стратегик партнерҙарҙы йәлеп итеү варианттары өҫтөндә эшләйбеҙ. Улар менән республиканың нефть һәм газ химияһы сәнәғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән оҙайлы сроклы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалып булыр ине. Бөгөн килешеүгә ҡул ҡуйыу – был йүнәлештәге йәнә бер мөһим аҙым, — тине республика башлығы.

Леонид Михельсон үҙ сиратында «СИБУР»ҙа буласаҡ нефть химияһы производстволары өсөн сеймал базаһын үҫтереү буйынса ҙур эш алып барылыуы хаҡында әйтте.

— Башҡортостан һәр ваҡыт нефть химияһы үҫешкән республика булды. Бында беҙҙең активтар ҙа бар. Беҙ уларҙы сеймал базаһы менән нығытасаҡбыҙ һәм республиканың әле булған һәм яңы производстволарын мотлаҡ үҫтерәсәкбеҙ. Республика етәкселеге тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелеүе беҙҙе ҡыуандыра, — тине Леонид Михельсон.