9 декабрь, Йома

23 сентябрь 2011 йыл, 16:38

Өфөлә «Урал сәнәғәт форумы» үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

27 -30 сентябрҙә Өфөнөң Спорт һарайында «Урал сәнәғәт форумы» үткәреләсәк, уның сиктәрендә «Иретеп йәбештереү һәм контроль», «Металл эшкәртеү»,  «Энергетика һәм ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу», «Ағас эшкәртеү», «Нефтегазсервис» кеүек төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәләр үтәсәк. Форумда Рәсәйҙең 50-гә яҡын етештереүсе һәм сеймал менән тәьмин итеүсе предприятиеларының ҡатнашыуы көтөлә.

Сәнәғәт форумы БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Урал буйы экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе идаралығы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге менән ойошторола. «СВАРТЭКС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Санкт-Петербург һәм Төньяҡ-көнбайыш төбәктең иретеп йәбештереүселәре альянсы, «Санкт-Петербург Сертификациялау үҙәге» коммерциялашмаған партнерлығы уға булышлыҡ итәсәк.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, күргәҙмәлә иретеп йәбештереү ҡорамалдары һәм материалдары, контроллек итеү средстволары, металл, ағас эшкәртеү һәм диагностикалау ҡорамалдары, станоктар һәм инструменттар, энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологияһы һәм башҡалар тәҡдим ителәсәк.

Сарала ҡатнашыусылар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Ульяновск, Яр Саллы, Ырымбур, Волгоград, Магнитогорск, Өфө, Салауат предприятиелары бар.    

Бер үк ваҡытта күргәҙмә сиктәрендә «Свартэкс» йәмғиәте территорияһында Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең иретеп йәбештереүселәренең бөтә Рәсәй конкурсы үтәсәк.