Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда 500 мең тоннанан ашыу һөт һатылған

Иҡтисад

Республика буйынса тулайым һауым 1 млн 300 мең тоннанан ашты. Шуларҙың 463790 тоннаһы – ауыл хужалығы предприятиеларына, ҡалғандары шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып республиканың шәхси секторынан 88712 тонна һөт һатып алынған. Йәрмәкәй, Мәсетле, Туймазы райондарында халыҡ менән эшләү яҡшы ойошторолған. Уларҙың һәр береһендә шәхси хужалыҡтарҙан өс мең тоннанан ашыу һөт һатып алынған, Әбйәлил районында иһә – 3994 тонна.

Йыл башынан алып Башҡортостанда 500045 тонна һөт һатылған, шул иҫәптән ауыл хужалығы етештереүселәре менән – 411333 тонна. Иң күп һөттө Саҡмағош (26544 т), Стәрлетамаҡ (26538 т), Дүртөйлө (20071 т), Илеш (18863 т) райондары һатҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть