8 декабрь, Кесе йома

23 сентябрь 2011 йыл, 16:03

Башҡортостан делегацияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙең ХII съезында ҡатнаша

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

23 сентябрҙә Мәскәүҙә «Ҡунаҡһарай» күргәҙмә үҙәгендә «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының ХII съезы эшен башланы. Башҡортостан исеменән форумда 16 делегат һәм 35 саҡырылған ҡунаҡ сығыш яһай.

Съезд үҙ эшен алты тематик секциянан башланы. Улар: «Гражданлыҡ йәмғиәте: партнерлыҡ һәм ғәҙеллек», «Социаль сәйәсәт: яңы стандарттарға», «Яңы иҡтисад», «Халыҡ коррупцияға ҡаршы», «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ: үҫеш перспективалары», «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге – илдең үҫеш нигеҙе».

Съезды асыу тантанаһында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен иҫәпкә алып, яҡынса 11 мең кеше ҡатнашты.