4 декабрь, Йәкшәмбе

23 сентябрь 2011 йыл, 15:29

Ҡыйғы районы хакимиәтендә үҙгәрештәр

автор: "Башинформ"

Ҡыйғы районы муниципаль район Советының 2011 йылдың 23 сентябрендәге ҡарарына ярашлы, район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Рафиҡ Харисов тәғәйенләнде.

Рафиҡ Харисов 1957 йылда Ҡыйғы районының Сирбай ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда «Киров» совхозы эшсеһе булып башлай. 1980 — 1989 йылдарҙа «Киров» совхозында агроном-бригадир, «Киров» совхозының Аҫылғужа бүлексәһендә идарасы, «Киров» совхозының баш агрономы, директор урынбаҫары була.

1989 — 2000 йылдарҙа — Чкалов исемендәге колхоз рәйесе.

2000 -2006 йылдарҙа — Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.

2006 – 2009 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы вазифаһын биләй.

2009 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Үрге Ҡыйғы ауылының 115-се һөнәрселек училищеһы директоры булып эшләй.