9 декабрь, Йома

23 сентябрь 2011 йыл, 14:25

Рөстәм Хәмитов Татарстанда Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһында ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Ҡаҙанда Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһында ҡатнашты. Көн элгәре Башҡортостандың рәсми делегацияһы Татарстандың эре предприятиеларында һәм 2013 йылғы Универсиадаға төҙөлөүсе спорт объекттарында булды. Ҡаҙан Кремлендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса киңәйтелгән кәңәшмә үтте.

Көндөң икенсе яртыһында күршеләш республикаларҙың башлыҡтары М.Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры алдындағы майҙанда төҙөлгән башҡорт этнофольклор ауылының ҡунаҡтары булды.  

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры хоры һәм БР Милли симфоник оркестры оҙатыуында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова «Буранбай» йыры менән Башҡортостандың сәнғәт оҫталарының концертын асты.

Артабан тамашасыларҙы Татарстан һәм Башҡортостан Президенттары тәбрикләне.

— Бөгөн Ҡаҙанда Башҡортостан делегацияһы булыуы ҡыуаныслы хәл, — тине Татарстан башлығы. — Бөгөнгө көн беҙҙең мөнәсәбәттәр тарихындағы мөһим дата буласаҡ, тип уйлайым.

Рөстәм Хәмитов үҙ сиратында башҡорт шағирының “беҙҙең халыҡтар — игеҙәк туғандар” тигән һүҙҙәрен цитата итеп килтерҙе.  

— Беҙ бөгөн бик күп темалар буйынса фекер алыштыҡ,  — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Беҙ үҫеш, алға барыу, мөнәсәбәттәрҙе динамик үҫтереү тураһында һөйләштек. Беҙ бергәләп үҫәбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ һәм бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ.

Артабан ике республиканың етәкселәре Башҡортостандың һәм Татарстандың данлыҡлы артистарына, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Тантана Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуындағы «Азамат» башҡорт халыҡ бейеүе һәм «Тверские гуляния» рус халыҡ бейеүе менән дауам итте. Был кистә Башҡортостандың халыҡ артистары башҡарыуындағы халыҡ йырҙары яңғыраны, шулай уҡ төрлө халыҡ бейеүҙәре, шул иҫәптән татар йәштәре бейеүе башҡарылды.