7 декабрь, Шаршамбы

23 сентябрь 2011 йыл, 11:53

Рөстәм Миңлеханов: «Беҙ Башҡортостан һәм Татарстан базаһында ҡеүәтле кластер ойоштороу бурысын ҡуябыҙ»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Үҙенең менталлеге, йәшәү рәүеше, йолалары һәм дине буйынса ла Татарстан менән Башҡортостандан көслөрәк субъекттар юҡ,- тип белдерҙе  Башҡортостан делегацияһының күрше республикаға рәсми визиты йомғаҡтары буйынса үткән брифингыла Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов.  

Татарстан Президенты ике республиканың төп тармаҡтарының һәм министрлыҡтарының бергә эшләй башлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Бынан тыш, беҙ Рөстәм Зәки улы менән күләмлерәк мәсьәләләрҙе лә ҡарайбыҙ, — тине Рөстәм Миңлеханов. -  Башҡортостан һәм Татарстан — Рәсәйҙең нефть химияһы үҙәктәре, һәм был үҙәктәрҙе үҫтереү мөһим. Уларҙың артабанғы үҫеше күп осраҡта сеймал менән тәьмин итеүҙән торасаҡ.

Татарстан Президенты, ике туғандаш республика территорияһы аша үткән продукт үткәргесен тергеҙеү Татарстан менән Башҡортостан базаһында донъя кимәлендәге ҡеүәтле кластер ойошторорға мөмкинлек бирәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Татарстан Президенты журналистарға әле тормошҡа ашырылған берлектәге проекттар хаҡында, атап әйткәндә, «КамАЗ»дың бер нисә Башҡортостан предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итеүе тураһында һөйләне.

— Был мәсьәләлә тулыһынса аңлау, яҡлау таптыҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Татарстан башлығы.

Ул йәнә Башҡортостандағы коллегалар тәҡдим иткән  IT-ҡорамалдар эшләнмәләрен билдәләп үтте.

— Был өр-яңы эшләнмәләр һәм уларға беҙ етди иғтибар бирәсәкбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Миңлеханов. — Беҙҙең йәһәттән халыҡҡа күрһәтергә тейешле  IT-класындағы бихисап хеҙмәттәр бар.

Татарстан Президенты электрон карта буйынса пилот проекты сиктәрендәге күләмле эшләнмәләрҙе лә билдәләп китте.

— Мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә берлектәге ҡыҙыҡлы пландар бар. Йүнәлештәр күп һәм улар барыһы ла үҫтереләсәк, — тип ышандырҙы Рөстәм Миңлеханов.