Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Сит илдән килеүселәргә Башҡортостандың хәләл ризыҡтары оҡшаны

Йәмғиәт

«XXI быуат мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһына Ҡаҙағстандан, Тажикстандан, Үзбәкстан, Малайзия, Марокко, Төркиә, Франция һәм Рәсәй төбәктәренән килгән делегаттар Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратында булды. Бында улар БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин менән осрашты, мөфтиәт биналарын ҡараны. БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан Сәйәхов һәм Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арсланов уларҙы Диниә назараты органдарының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды, уларға үҙе башҡарған эштәр хаҡында һөйләне. Үзбәкстан вәкиле менән ул үзбәксә аралашты.

— Оҙаҡ ваҡыт Бохарала һәм Ташкентта уҡыным, — тине мөфтөй. – Үзбәк теле – киң таралған төрки телдәренең береһе , мин уны туған башҡорт телем кеүек яҡшы беләм.

Сит ил һәм Рәсәй делегаттарын айырыуса БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитеты менән ойошторолған күргәҙмә ҡыҙыҡһындырҙы. Комитет етәксеһе Тимур Шәңгәрәев, тейешле стендтар, күргәҙмә материалдар һәм видеороликтарҙы файҙаланып, Башҡортостанда һәм күрше өлкәләрҙә хәләл-индустрияның нисек үҫешеүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ ҡунаҡтар тултырмалар, ит деликатестарын, эсемлек һәм майҙарҙы тәмләп ҡарай алды. Делегаттар Башҡортостанда шәриғәт ҡанундары буйынса етештерелгән продукцияның юғары сифатлы булыуын билдәләне. Улар Башҡортостан етештереүселәренә хәләл продукция сығарыу линияһын артабан үҫтереүҙәрен һәм һәр ваҡыт юғары кимәлдә ҡалыуҙарын теләне.

Теги: хәләл,дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть