7 декабрь, Шаршамбы

23 сентябрь 2011 йыл, 10:04

Республика делегацияһы Ҡаҙан федераль университеты менән танышты

автор: Ғәлиә Нәбиева, Алик Шакиров

Татарстанға рәсми визиты барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республиканың рәсми делегацияһы Ҡаҙан (Волга буйы) федераль университетында булды. Унда Рөстәм Хәмитов Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов оҙатыуында Волга буйындағы иң боронғо уҡыу йортоноң музейын ҡараны.

Ҡаҙан университеты 1804 йылда император Александр менән нигеҙләнгән. Башҡортостандың рәсми делегацияһы ағзаларын университеттың Раҫлау грамотаһы һәм Уставы менән таныштырҙылар. Ҡаҙан университетының тәүге студенттары исемлегендә 33-сө булып Сергей Тимофеевич Аксаков теркәлгән. Экскурсовод Рәсәйҙең иң боронғо вузының тарихы, уның аяҡҡа баҫыуында ҙур роль уйнаған, вузға 19 йыл етәкселек иткән Николай Лобачевский тураһында, бында математика, медицина, физика һәм башҡа мәктәптәрҙең нисек формалашыуы хаҡында һөйләне. Рөстәм Хәмитовты ошо уҡыу йортон тамамлаған билдәле кешеләр менән таныштырҙылар, улар араһында академиктар Вишневский, Бехтерев һәм башҡалар булған. Ошонда уҡ, быяла аҫтында, ректор Николай Лобачевский исеменә Ҡаҙан университетына уҡырға инеү өсөн имтихандар биреүгә рөхсәт һорап яҙылған Лев Толстойҙың ғаризаһы ята.

Университет тарихы музейында 1943 йылда Шугуровка ауылы янында табылған беренсе Татарстан нефтенең тамсыһы ла бар. Эргәһендә – Татарстанда 2007 йылда табылған өс миллиард тонна нефттең тамсыһы.

Рөстәм Хәмитов менән Рөстәм Миңлеханов Лев Толстой һәм Владимир Ульянов-Ленин белем алған билдәле 7-се аудиторияла булып сыҡты.  Артабан 1877 йылдың 4 декабрендә беренсе студенттар йыйылышы үткән ҙур залда ике президент Башҡортостандан уҡырға килгән студенттар менән аралашты.

Ике туғандаш республиканың башлыҡтары менән аралашҡандар араһында Ҡаҙанға химиктар конгресына килгән Башҡортостан ғалимдары ла бар ине. Рөстәм Хәмитов Башҡортостанға Татарстан ғалимдары даирәһе менән бәйләнештәр булдырырға, күршеләрҙең ыңғай тәжрибәһен өйрәнергә кәрәклеген билдәләне. Ул юғары уҡыу йортонда студенттарыбыҙҙың ниндәй белем алыуы менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, Башҡортостан студенттары юрисҡа, журналисҡа, экономисҡа уҡый икән. Республика Президенты уларҙы уҡыуҙы тамамлағандан һуң тыуған ергә, Башҡортостанға, ҡайтырға саҡырҙы. Ҡаҙан (Волга буйы) федераль университетында Башҡортостандан йәмғеһе 490 студент уҡыуы мәғлүм.  

Ҡаҙан (Волга буйы) федераль университетына визиты һуңында Рөстәм Хәмитов белем усағының абруйлы ҡунаҡтары кенәгәһендә иҫтәлеккә яҙма ҡалдырҙы.