Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегация Ҡазанда Универсиаданың спорт объекттарын ҡараны

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов менән Ҡазанда 2013 йылда үтәсәк Универсиаданың спорт объекттарында булды. Рөстәм Хәмитов «Буревестник» бассейнын ҡараны. Бассейнға ике йыл да тулмай әле. Ул барлыҡ халыҡ-ара стандарттарға яуап бирә, шуға күрә бында төрлө кимәлдәге ярыштар үткәреү мөмкинлеге бар.

Республика делегацияһы әлеге спорт бинаһының тренажер залын, уйын спорт төрҙәре залын ҡараны. Универсиада барышында был бассейнда ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында һыу полоһы буйынса ярыштар үтәсәк.

Башҡортостан делегацияһы Теннис академияһында ла булды. Бында 8 ябыҡ һәм 17 асыҡ теннис корты бар. Академия шулай уҡ Универсиада старттарын ҡабул итәсәк. Үткән ял көндәрендә бында Рәсәй һәм Бразилия араһында Дэвис Кубогы үткәрелеүе Теннис академияһының юғары кимәле хаҡында һөйләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть