10 декабрь, Шәмбе

22 сентябрь 2011 йыл, 17:39

Республикала «ИННОВА-2011» форумы өсөн иң яҡшы йәштәр инвестиция проекттары билдәләнде

автор: Эльмира Сабирова

26-28 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк йәштәрҙең «ИННОВА-2011» инновация форумында 21 проект тәҡдим ителәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ведомствонан асыҡлауҙарынса, ойоштороу комитетына медицина, төҙөлөш, агросәнәғәт һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы, нефть сығарыу һәм химия сәнәғәте, мәғариф, мәҙәниәт, приборҙар эшләү, логистика өлкәһендә йәмғеһе 83 йәштәр инновация проекты тәҡдим ителгән.

— Жюри ағзалары 21 иң яҡшы старт-ап һайлап алды, улар форум күргәҙмәһе нигеҙен тәшкил итәсәк һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовҡа, шулай уҡ потенциаль инвесторҙарға тикшереүгә ебәреләсәк. Бынан тыш, был проекттар «ИННОВА-2011» тәүге йәштәр инновация форумы йыйынтығына индереләсәк, — тип хәбәр иттеләр матбуғат хеҙмәтенән.

Форум һөҙөмтәләре буйынса биш авторға проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн средстволар бүленәсәк.