Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Урал төҙөлөш индустрияһы-2011» сиктәрендә Өфөлә вакансиялар йәрминкәһе үтте

Иҡтисад

Өфөлә «Урал төҙөлөш индустрияһы-2011» XXI халыҡ-ара мхсус күргәҙмә-форумы сиктәрендә вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Баш ҡаланың 20-ләп төҙөлөш, сауҙа һәм сәнәғәт предприятиеһы дөйөм алғанда 500 тирәһе буш эш урыны тәҡдим итте.

— Форум спецификаһын иҫәптә тотоп, әлеге ваҡытта эш эҙләгән «Урал төҙөлөш индустрияһы-2011» күргәҙмәһенә килеүселәр вакансиялар хаҡында кәрәкле мәғлүмәттәрҙе күргәҙмәнең үҙендә үк ала алһын өсөн, беҙ төҙөлөш вакансияларын мөмкин тиклем күберәк йыйҙыҡ. Әгәр ойоштороусылар үҙҙәренең ҡатнашыусылары өсөн бындай вакансиялар йәрминкәләрен үткәреүҙе кәрәк тип тапһа, беҙҙең башҡа махсус күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашыуыбыҙ ихтимал, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр буйынса бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть