9 декабрь, Йома

22 сентябрь 2011 йыл, 16:27

Башҡорт дәүләт академия драма театры 23 сентябрҙә сираттағы миҙгелен аса

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Йома, 23 сентябрҙә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сираттағы, 92-се миҙгелен асасаҡ. Был көндө тамашасыларға башҡорт халыҡ эпосы буйынса ҡуйылған «Урал-батыр» спектакле тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ йола булараҡ спектакль алдынан театр майҙанында труппа артистары ҡатнашлығындағы концерт ойоштороласаҡ.

темалар: театрҙар