Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан педагогы «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2011» исеменә дәғүә итә

Йәмғиәт

«Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы-2011» титулын яулаған Евгений Ромадов «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2011» бөтә Рәсәй конкурсында төбәк данын яҡлаясаҡ. Был юлы Рәсәй педагогтарын Тула ҡалаһы ҡабул итә, сөнки абсолют еңеүсе исеменә былтыр Тула өлкәһенән биология һәм химия уҡытыусыһы Андрей Ғарифйәнов лайыҡ булғайны.

Ярышта 75 уҡытыусы ҡатнашасаҡ, шуларҙың 15-е – ир-егеттәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, конкурс өс турҙан тора. Беренсеһендә барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа үҙ көсөн һынап ҡарай, икенсеһендә – лауреаттар (15 кеше), өсөнсөһөндә конкурс еңеүселәре ярыша (биш кеше).

Педагогик оҫталыҡ конкурсы смотрын асыу тантанаһы 24 сентябргә билдәләнгән, ошонда уҡ беренсе тур үтәсәк. Икенсеһе иһә Мәскәүҙә ойошторола. «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2011» 22-се бөтә Рәсәй конкурсының абсолют еңеүсеһе 5 октябрҙә, Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөндә, иғлан ителәсәк.

Башҡортостан вәкиле Евгений Ромадов Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһында тарих һәм донъя мәҙәниәтенән уҡыта. Ул Башҡортостан пединститутын (әле М.Аҡмулла исемендәге БДПУ) тамамлаған. Мәктәптә 14 йыл эшләй. Үҙе әйтеүенсә, һәр ваҡыт уҡытыусы булырға хыялланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть