8 декабрь, Кесе йома

22 сентябрь 2011 йыл, 16:08

Рөстәм Хәмитов Татарстанға визит сиктәрендә «ТАНЕКО» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды

автор: «Башинформ»

Бөгөн Президент Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы ағзалары Түбәнге Камала нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү заводтары комплексы майҙанында булды («ТАНЕКО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте). Делегацияны Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңнеханов оҙатып йөрөнө, тип хәбәр итә ТР Президентының матбуғат хеҙмәте.

«ТАНЕКО» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен ҡарау барышында ҡунаҡтар ЭЛОУ- АВТ 7 ҡулайламаһы эше менән танышты, үҙәк операторҙар бүлмәһе бинаһында булды, нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү заводтары комплексын презентациялауҙы ҡараны.

темалар: визиттар