Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыстар 110 млн һумға тиерлек етә

Иҡтисад

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс артыуын дауам итә һәм сентябрь башына ул 110 миллион һумға тиерлек етте. Ағымдағы йылдың ғинуары менән сағыштырғанда бурыслы ойошмалар иҫәбе — бер ярым тапҡырға, эш хаҡы ала алмаған хеҙмәткәрҙәр һаны 1,3 тапҡырға артҡан. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙең 60 проценты биш айҙан ашыу эш хаҡы күрмәгән.

БР Хөкүмәтендә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләү мәсьәләләренә арналған ведомство-ара координация советының бөгөнгө ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдиновтың билдәләүенсә, эш хаҡын ваҡытында түләүгә бәйле ауыр хәл өс тармаҡта күҙәтелә. Былар республиканың  ауыл хужалығы, төҙөлөш, шулай уҡ сеймал табыу һәм эшкәртеү сәнәғәте.

— Ауыл хужалығында хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс йыл башынан алып 36 процентҡа тиерлек артҡан һәм әлеге мәлдә 39 миллион һум самаһы тәшкил итә. 2400-ҙән ашыу ауыл кешеһе эшләгән аҡсаһын ала алмай. Шул уҡ мәлдә эш хаҡы буйынса бурыстарҙың 74 проценты биш һәм унан күберәк айға һуҙылған, — тине Фидус Ямалетдинов.

1 сентябргә ҡарата төҙөлөш тармағындағы бурыс 32 миллион һумдан ашып киткән, йыл башына ҡарағанда был 7,6 тапҡырға күберәк. 700-гә яҡын хеҙмәткәр биш айҙан ашыу инде дөйөм алғанда 20 миллион һумдан ашыу хеҙмәт хаҡын ала алмай.  

Шуның менән бергә, республиканың эшкәртеү производстволарында эш хаҡы буйынса бурыс йыл башынан алып ике тапҡырҙан ашыуға кәмегән. Әммә әле булһа 1528 хеҙмәткәр алдында 13 миллион һум күләмендә эш хаҡы буйынса бурыс бар. Шуларҙың 70 проценты биш айҙан ашыу түләнмәй.

Эш хаҡы буйынса бурыстар нигеҙҙә Башҡортостандың биш ҡала округына һәм 22 муниципаль районына тура килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть