5 декабрь, Дүшәмбе

22 сентябрь 2011 йыл, 15:32

Стәрлетамаҡта төҙөлөш сәнәғәтен үҫтереү перспективалары тикшереләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

23 сентябрҙә Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ ауылы Мәҙәниәт йортонда аҙ даналы стена материалдары етештереүсе предприятиеларҙың республика кәңәшмәһе үтәсәк. Унда төҙөлөш материалдары етештереүсе урындағы ойошма етәкселәре, тармаҡ белгестәре һәм эксперттары ҡатнашасаҡ.

Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, съезда 2011 йыл өсөн республика кирбес заводтарының эш һөҙөмтәләре һәм тармаҡтың үҫеш перспективалары, төҙөлөш материалдары сәнәғәте предприятиеларын финанслау механизмдары тикшереләсәк. Бынан тыш, көн тәртибендә — торлаҡ һәм социаль төҙөлөш өлкәһендә республика инвестицион программаларын тормошҡа ашырыу.

Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренән килгән ҡунаҡтар керамик кирбес етештереүҙә заманса тенденциялар һәм производствола заманса ҡорамалдар ҡулланыу хаҡында һөйләйәсәк. Сара программаһына шулай уҡ «Стәрлетамаҡ кирбес заводы»на барыу индерелгән, унда кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн экскурсия ойоштороласаҡ.