Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов һәм Рөстәм Миңлеханов «КАМАЗ» йәмғиәтенең етештереү цехтарын ҡараны

Сәйәсәт

22 сентябрҙә Татарстанға рәсми визиты сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Яр Саллы ҡалаһында булды. Ҡала аэропортында уны Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ҡаршы алды.

Яр Саллыла Рөстәм Хәмитов менән Рөстәм Миңлеханов «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство цехтары менән танышты. Төп конвейерҙа ике төбәк башлығы йөк машиналары шассийын йыйыуҙың төп этаптарын ҡараны. Тәүлегенә бында 180 автомашина эшләп сығарыла.  

Рөстәм Хәмитов Татарстан Президенты оҙатыуында «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Фәнни-техник үҙәгендә эшләп сығарылған йөк машиналары һәм автобустарының яңы моделдәр рәте менән танышты. 2010 йылда компания эске һәм тышҡы баҙарҙа 30 меңдән ашыу машина һатҡан.

«КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Рөстәм Хәмитов бронялы «Тайфун» йөк машинаһына айырым иғтибар бүлде. Был машина Рәсәй Оборона министрлығына тәүге тапҡыр 2011 йылдың июнендә күрһәтелгән. Әлеге ваҡытта «Тайфун» тейешле һынауҙар үтә, бынан һуң уның ҡоралландырыуға ҡуйылыуы ихтимал. Рөстәм Миңлеханов менән бергә Рөстәм Хәмитов хәрби машинаның салонына инеп сыҡты һәм уның техник үҙенсәлектәрен, мөмкинлектәрен баһаланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть