10 декабрь, Шәмбе

22 сентябрь 2011 йыл, 14:06

Яр Саллыла БР Президенты ауыл хужалығы техникаһын етештереү буйынса берлектәге предприятиела булды

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Татарстан башлығы Рөстәм Миңлеханов менән Яр Саллыла төҙөлөш һәм ауыл хужалығы техникаһы етештереү буйынса проект менән танышты. «CNH-КАМАЗ Индустрия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте берлектәге предприятиеһы «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Case New Holland компанияһы менән ойошторолған. «CNH-КАМАЗ Индустрия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тракторҙар, комбайндар һәм тейәгестәр эшләйәсәк.

Рөстәм Хәмитов етештереү күләмдәре менән ҡыҙыҡһынды. Заводтың проект ҡеүәте – йылына 4 мең техника берәмеге. 2012 йылда бында 935 техника берәмеген эшләп сығарыу планлаштырыла. 2015 йылда проект ҡеүәтенә сығыу күҙҙаллана. Производствоға һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме бөгөнгө көндә 2,4 миллиард һум тәшкил итә.