5 декабрь, Дүшәмбе

22 сентябрь 2011 йыл, 13:42

Рөстәм Хәмитов Яр Саллыла заманса технопарктар булдырыу тәжрибәһе менән танышты

автор: «Башинформ»

Яр Саллыла Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов менән заманса технопарктар булдырыу тәжрибәһе менән танышты. «Ремдизель» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке заводы нигеҙендә 2004 йылда бында «Мастер» Кама индустриаль паркы ойошторолған. Ул производство майҙансыҡтарынан, дөйөм инфраструктуралы офис бүлмәләренән ғибәрәт. Производство берекмәһе етәкселәре индустриаль парк ҡыйығы аҫтында яҡынса 150 предприятие тупланыуы хаҡында һөйләне.