11 декабрь, Йәкшәмбе

22 сентябрь 2011 йыл, 9:00

Башҡортостан Президенты Украинаның Рәсәйҙәге илсеһе Владимир Ельченко менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

21 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Украинаның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Владимир Ельченко менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыу барышында Башҡортостан менән Украина араһында иҡтисад, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә артабанғы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Беҙ ысынлап та һеҙгә республиканы, булған ҡаҙаныштарыбыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ. Республикабыҙҙа украин телен һәм мәҙәниәтен хуплауыбыҙ, һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүебеҙ хаҡында һөйләмәксебеҙ, беҙҙең өсөн был принципиаль мөһим. Беҙ һәр саҡ кешеләрҙең туған телдәрен өйрәнеү, мәҙәниәтен белеү мөмкинлеге булһын өсөн тырышабыҙ. Һәм был эштә беҙ эҙмә-эҙлекле, үҙебеҙгә билдәләгән йүнәлештән тайпылмайса эшләйәсәкбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов һөйләшеү барышында.

Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһының эре субъекттарының береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Халыҡ иҫәбе буйынса – етенсе, сәнәғәт производствоһы күләме һәм башҡа күп күрһәткестәр буйынса һәр сәҡ тәүге ун иҫәбендәбеҙ. Республика Рәсәй Федерацияһының өс эре ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе иҫәбендә. Һөт, ит – беҙҙә борондан етештерелгән продукттар, һөт буйынса беҙ Рәсәйҙә беренсе урында торабыҙ, ит буйынса өсөнсө-дүртенсе урынды биләйбеҙ. Йылы йылына тап килмәй. Беҙҙә иң күп мал һаны. Шуға күрә беҙ ауыл хужалығы продукцияһын күп ҡулланабыҙ. Мин машиналар, комбайндар, тракторҙар, улар өсөн төрлө ҡорамалдар хаҡында әйтәм.

Машиналар эшләү, авиация моторҙары эшләү, әлбиттә, бөгөн үҫешә. Яңыраҡ беҙҙә «Мотор Сич» етәксеһе булды. Беҙҙең моторҙар эшләү заводы «Мотор Сич» сығарған вертолет двигателдәренә яраҡлы компоненттар етештерә. Беҙҙә бындай кооперация бар.

Һәм иң мөһиме – ул нефть химияһы, нефть эшкәртеү. Сауҙа мөнәсәбәттәребеҙ нигеҙҙә ошо юҫыҡта булдырыла ла инде. Һеҙ Башҡортостан Республикаһында етештерелгән күп кенә нефть продукттарын ҡулланаһығыҙ. Был бик яҡшы, әммә бындай күләмдәрҙе тағы ла арттырырға һәм бер-беребеҙгә файҙа килтереп эшләргә теләр инек, — тип билдәләне Президент.

— Мәҙәни йәһәттән Украинала йәшәгән башҡорттар менән беҙ һәр саҡ бәйләнеш тотабыҙ. Улар беҙгә яҙалар, беҙ уларға ярҙам итәбеҙ. Башҡортостан Республикаһынан сыҡҡан күп кенә кеше Киевта ла, илегеҙҙең башҡа ҡалаларында ла йәшәй. Беҙ һәр ваҡыт бындай ярҙам күрһәттек һәм күрһәтәсәкбеҙ ҙә. Был йәһәттән беҙгә булышлыҡ итерһегеҙ, тип уйлайым: башҡорт телендәге китаптар, дәреслектәр, әҙәбиәт. Теләүселәр өсөн. Республикабыҙ һәм һеҙҙең сәнәғәтселәрегеҙ, эшҡыуарҙарығыҙ, бизнесығыҙ араһындағы мөнәсәбәттәрҙең күп төрлөлөгө артабан да дауам итер, тип ышанам, — тине Рөстәм Хәмитов.

Владимир Ельченко һүҙҙәренә ҡарағанда, украин компонентының торошо һәм украиндарҙы хәстәрлекләү йәһәтенән республика ысынлап та өлгө булып тора.

— Башҡортостан үрнәк алырлыҡ төбәк, хатта ки, иҫләүемсә, Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың милли эштәр буйынса баш комиссары Кнут Воллебек Башҡортостанды өлгөлө урындарҙың береһе тип һайланы. Был миҫалда дөйөм Рәсәй буйынса ла күп нәмәләр эшләргә мөмкин булыуын күрһәтте. Украинала рус теле менән кеүек үк. Быны беҙ бик яҡшы аңлайбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дипломат.

Ул республика башлығына үткәргән сәйәсәте өсөн рәхмәтен белдерҙе, был сәйәсәт Украинала бик билдәле һәм ҡәҙерле.

Белешмә өсөн. Башҡортостан менән Украинаның тышҡы сауҙа әйләнеше 2010 йылда 409,4 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән, шул иҫәптән экспорт – 329,2 миллион доллар, импорт – 80,2 миллион доллар.

Ағымдағы йылдың алты айы һөҙөмтәләре буйынса экспорт, былтырғы ошо осор менән сағыштырмаса, 64,7 процентҡа артҡан һәм 175,7 миллион доллар тәшкил итә, импорт 12,6 процентҡа артып, 20,0 миллион доллар тәшкил итә. Тауар әйләнеше былтырғы йылдың тәүге ярты йыллығына артып, дөйөм алғанда 126,7 миллион доллар тәшкил итә.

Башҡортостан тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә Украина менән үҙ-ара сауҙа итеү өлөшө 3 процент тәшкил итә, партнер илдәр араһында Украина 13 урында тора.

Дизель яғыулығын (80 процентҡа), химия производствоһы продукцияһын, шулай уҡ уларҙан эшләнгән металдар һәм изделиеларҙы сит илгә сығарыу 2011 йылдың ғинуар-июнь айҙарында экспорт үҫешенең төп сәбәбе булып тора. Импорт артыуы иһә реактив авиация двигателдәре (ике тапҡырға), керамик плита (һигеҙ тапҡырға), ҡара металдарҙан эшләнгән изделиеларҙың (алты тапҡырға) ҡайтарылыуы иҫәбенә арта.