8 декабрь, Кесе йома

22 сентябрь 2011 йыл, 11:15

Рөстәм Хәмитов Түбәнге Камала булды

автор: "Башинформ"

22 сентябрҙә Татарстанға рәсми визиты сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Түбәнге Кама ҡалаһында булды, унда «ТАНЕКО» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы заводтары комплексын төҙөү барышы менән танышты, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Комплекс йылына 7 млн тонна нефть эшкәртеүгә иҫәпләнгән һәм 18 төрҙәге продукция етештерәсәк. Улар араһында мотор яғыулығы, терефталь кислота һәм полиэтилентерефталат бар. Комплекс төҙөлөшөнә 200 млрд һум самаһы аҡса һалынған. Әлеге ваҡытта ҡорамалдарҙы комплекслы һынап ҡарау һәм файҙаланыуға тапшырыуға әҙерлек эштәре алып барыла.