Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Октябрҙә Өфөлә «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы - 2011» күргәҙмәһе үтәсәк

Иҡтисад

25 — 27 октябрҙә Өфөлә «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы — 2011» VIII махсуслашҡан күргәҙмәһе үтәсәк. Сара Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ойошторола.  

Комитетта билдәләүҙәренсә, «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» төбәктәге санатор-курорт, ресторан-ҡунаҡхана бизнесы, туриндустрия һәм ял индустрияһының берҙән-бер күргәҙмәһе булып тора. Һәр ваҡыттағыса унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 100-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Үҙенең хеҙмәттәрен күргәҙмәлә санатор-курорт һәм ресторан бизнесы предприятиелары, шулай уҡ юл яны сервисы объекттары, ял базалары һәм башҡа төрлө экспоненттар тәҡдим итә.  

Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар өсөн шифаханалар, ҡунаҡханалар, ресторандар, ял йорттары һәм башҡа төрлө ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы объекттары араһында иң яҡшы төбәк брендына конкурс үткәреүҙе лә үҙ эсенә алған күләмле эш программаһы әҙерләнгән.  Шулай уҡ төбәк-ара кулинар форум һәм милли кухнялар фестивале, туҡланыу индустрияһы предприятиелары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ғилми-ғәмәли конференция ла үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть