3 декабрь, Шәмбе

22 сентябрь 2011 йыл, 10:28

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы «Рәсәй патриоты» конкурсының төп призын алды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан вәкиле «Рәсәй патриоты» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. «Дала ҡыҙы» очеркы өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» хәбәрсеһе Әлмира Кирәева «Журналдар» категорияһында иң яҡшыһы тип танылған, тип хәбәр иттеләр республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Киң мәғлүмәт сараларында ватансылыҡ тематикаһын яҡтыртыуға арналған традицион конкурс 10-сы тапҡыр үткәрелде. Быйыл һөнәри ярыштың федераль этабына 64 Рәсәй төбәгененең 400 киң мәғлүмәт сараһынан 2300 материал тапшырылған. Еңеүселәрҙе төрлө йылдарҙа Екатеринбургта, Түбәнге Новгородта, Бөйөк Новгородта, Волгоградта һәм башҡа ҡалаларҙа тәбрикләнеләр. Еңеүселәрҙе наградлауға арналған сираттағы тантана Омскиҙа 20 октябрҙә үтәсәк.