Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы Татарстанға юлланды

Сәйәсәт

22 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республиканың рәсми делегацияһы Татарстанға сәфәргә сыҡты. Визит сиктәрендә Түбәнге Камалағы «ТАНЕКО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Яр Саллылағы «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Мастер» Кама индустриаль паркы эшмәкәрлеге менән танышыу планлаштырылған.

Ҡаҙанда Башҡортостан делегацияһы Универсиада ауылына, Ҡаҙан (Волга буйы) федераль университетына барасаҡ. Визит сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңнехановтың ике яҡлы осрашыуы үтәсәк. Шулай уҡ киңәйтелгән составта хөкүмәт-ара осрашыу планлаштырылған. Артабан Рөстәм Хәмитов Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театрында үтәсәк Башҡортостан Республикаһы сәнғәт оҫталарының концертын ҡараясаҡ, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть