3 декабрь, Шәмбе

22 сентябрь 2011 йыл, 9:04

Башҡортостанда 130 мең тоннанан ашыу татлы тамыраҙыҡ йыйып алынған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан сөгөлдөрсөләре 5534 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был ошо техник культуралар сәселгән майҙандарҙың 9 проценты. Уртаса уңыш гектарынан 242 центнерға тиң. Аграрийҙар әле 133778 тонна татлы тамыраҙыҡ йыйып алған.

Сөгөлдөр уңышының иң ҙур өлөшө республикала Благовар һәм Әлшәй райондары хужалыҡтарына тура килә — бында 40000 һәм 39600 тонна татлы тамыраҙыҡ алына. Благоварҙар 28 процент майҙандарын эшкәрткән, уларға йәмғеһе 5622 гектарҙан сөгөлдөр йыйып алырға тура киләсәк. Әлшәй районында шәкәр сөгөлдөрө майҙандарҙың дүрттән бер өлөшөндә ҡаҙып алынған.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, иҡтисади яҡтан табышлы техник культураны эшкәртеү менән быйыл Башҡортостандың 27 районы шөғөлләнә.