8 декабрь, Кесе йома

21 сентябрь 2011 йыл, 20:40

Өфөлә Социаль туризмды үҫтереү республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

Йома, 23 сентябрҙә, Өфөлә 2011 йылға Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу механизмы мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтәсәк. Сарала республиканың Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының территориаль органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Социаль турҙар ойоштороу өсөн маршруттар исемлегенә заявка биргән туристик фирмалар ҙа кәңәшмәлә ҡатнашыуға саҡырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылға Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн социаль турҙар маршруттары буйынса туристик ойошмаларҙың тәҡдимдәрен ҡабул итеү сроктары раҫланғайны. Заявкалар ҡабул итеү бөгөн, 21 сентябрҙә, тамамлана.

Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Программаны тормошҡа ашырыуҙа туристик ойошмалар ҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә.

Социаль туризмды үҫтереү республика программаһында ҡатнашыусыларға туристик ойошмалар тарафынан тәҡдим ителгән маршруттар исемлеген булдырғандан һуң, Дәүләт комитеты республиканың Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы һәм уның территориаль органдары менән берлектә киң мәғлүмәт сараларында һәм интернет селтәрендә (Дәүләт комитетының, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми сайттарында) пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик путевкалар биреү өсөн заявкалар ҡабул итеү хаҡында хәбәр итәсәк.

Кәңәшмә Пушкин урамы, 95 адресы буйынса йыйылыштар залында үтәсәк.