10 декабрь, Шәмбе

21 сентябрь 2011 йыл, 20:00

«Перспектива» театры икенсе миҙгелен аса

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә «Перспектива» шәхси альтернатив театры икенсе миҙгелен аса. «Яңы йылын» коллектив премьеранан башлаясаҡ: ул «Ҡәҙерле Елена Сергеевна» мәктәп сагаһы. Премьера 29 сентябрҙә «Өфө уттары» күңел асыу комлексында үтәсәк.

Үҙенең тамашасылары өсөн «Перспектива» йәнә бер сюрприз әҙерләгән. Был миҙгелдә театрҙа яңы актер эшләй башлай – Милли йәштәр театрынан килгән билдәле Андрей Ганичев. Бында ул бер юлы ике вазифала – актер һәм режиссер булараҡ эшләйәсәк. Андрей «Перспектива»лағы үҙенең тәүге проекты – «Бродвейға ҡайтыу» (Возвращение на Бродвей) мюзиклы өҫтөндә эшләй башлаған да инде.