7 декабрь, Шаршамбы

21 сентябрь 2011 йыл, 19:14

«КЭС-БАСКЕТ» яңы мәктәп чемпионаты 13 октябрҙә старт ала

автор: Дмитрий Слезин

«КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионаты Башҡортостанда 13 сентябрҙә старт аласаҡ. Сараны асыу тантанаһы Башҡорт дәүләт медицина университетында үтәсәк.

Ярыштар сиктәрендә матбуғат конференцияһы, мастер-класы, спортсыларға туптар тапшырыу тантанаһы, күңел асыу программаһы һәм башҡа саралар ҡарала.

Башҡортостан райондарында 2010-2011 миҙгеле «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатында ҡатнашыусы мәктәптәргә баскетбол туптарын тапшырыу дауам итә. Тапшырыу тантаналары республиканың Туймазы, Ишембай, Дыуан, Ғафури, Бүздәк, Бөрйән, Бөрө, Балтас, Саҡмағош һәм башҡа райондарында үтте.

Әлеге ваҡытта 2011-2012 миҙгеле «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатында ҡатнашыу өсөн заявка биреү кампанияһы бара.