3 декабрь, Шәмбе

21 сентябрь 2011 йыл, 18:40

Өфө районының Алексеевка ауылында балалар өсөн мосолман байрамы үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

24 һәм 25 сентябрҙә Башҡортостандың Өфө районы Алексеевка ауылында 4-10 йәштәрҙәге балалар өсөн байрам үтәсәк. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, балаларҙың интеллектуаль, рухи потенциалын, ижади һәләттәрен үҫтереү, йәш быуынды әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү, шулай уҡ балаларҙың бер береһе менән танышыуы, үҙ-ара аралашыуы сараның төп маҡсаты булып тора.

Алексеевка ауылының Йәмиғ мәсете шәмбе көнө – малайҙар, йәкшәмбелә ҡыҙҙар өсөн ишектәрен асасаҡ. Улар өсөн төрлө уйындар, викториналар, ярыштар ҡаралған. Был саралар балаларҙы дин менән яҡындан таныштырасаҡ. Бындай осрашыуҙарҙы ойоштороусылар ай һайын үткәрергә ниәтләй. Байрам 11 сәғәттә башлана.

темалар: балалар, дин